Мәләүездең һәм Мәләүез районы муниципаль районының ижтимағи-сәйәси гәзите.

Мәләүездең һәм Мәләүез районы муниципаль районының ижтимағи-сәйәси гәзите.

Яңы һаны Яҙылырға Шәхси кабинет

Үҫмерҙәр армияға һынау үтә

Илһөйәрлек мәктәбе

11.10.2018

10:10

ЛЕНА АБДРАХМАНОВА

Уҡыу үҙәгендә буласаҡ һалдаттар спорттың дүрт төрө буйынса норматив тапшырҙы.

Үҫмерҙәрҙе район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов сәләмләне. Киләсәктә Ватан алдындағы мөҡәддәс бурысты намыҫ менән үтәүҙәрен, тыуған төйәктең мәртәбәһен арттырыуҙарын, атай-олатайҙарҙың данлы үткәнен дауам итеүҙәрен теләне.

Шулай уҡ Мәләүез ҡалаһы, Федоровка һәм Мәләүез райондары хәрби комиссары, подполковник Рөстәм Ҡантимеров, йәмәғәт, ветерандар ойошмалары вәкилдәре сығыш яһаны. Тыуған илебеҙ тарихында ғорурланырлыҡ биттәр күп. Буласаҡ һалдаттар уны үҙенең илһөйәрлеге, ҡаһарманлығы һәм Ватанға тоғролоғо менән арттырырға тейешлеген билдәләнеләр.

Армия хеҙмәте еңел бирелһен өсөн егеттәрҙән физик әҙерлектән тыш, рух ныҡлығы, ихтыяр көсө, түҙемлек талап ителә.

Мәҡәләнең аҙағын гәзиттең 81-се һанында уҡығыҙ. 
0
23


0
Комментарий ҡалдырырға