Мәләүездең һәм Мәләүез районы муниципаль районының ижтимағи-сәйәси гәзите.

Мәләүездең һәм Мәләүез районы муниципаль районының ижтимағи-сәйәси гәзите.

Яңы һаны Яҙылырға Шәхси кабинет

Балалары - шатлыҡтары

Башҡортостанда - Ғаилә йылы

11.10.2018

13:10

Әҡлимә ИМАМОВА әҙерләне

Май сүлмәге тышынан билдәле, тигәндәй, ҡаршыһында бер нисә техника ҡуйылған Гүзәлиә менән Рәил Кәшәфетдиновтарҙың өйө әллә ҡайҙан үҙенә йәлеп итеп тора.

Беҙ барғанда уларҙың дүрт балаһы - Рөстәм, Әҙилә, Элина, Сәйҙә - өйҙә,  игеҙәктәр Фәнүр менән Фидалия уҡыуҙа ине). Хәҙер һеҙҙе фотоға төшөрәбеҙ, тигәс, ишек алды балалар тауышына күмелде. Бәхетле йорт, тип ҡуям эстән, күпме шатлыҡ-ҡыуанысты, күпме сабый моңон, күпме әсә менән ата хәстәрен үҙ эсенә алған.

Өлкән улдары Рөстәм 3 йыл фермерлыҡ менән шөғөлләнә. Хужабикә менән һөйләшкән арала аталы-уллы тракторҙа эш буйынса сығып та киттеләр. Ауыл ерендә ҡул ҡаушырып ултырыға ваҡыт юҡ шул. Алты баш һыйыр, быҙау-башмаҡтары, ваҡ мал, ҡош-ҡорт... Ҙур ғаиләгә майы-һөтө, ите лә кәрәк. Элина менән Сәйҙәгә ике генә йәш, ҡул араһына инергә иртәрәк, шуға ла өлкәндәр һәр эште бергәләп, берҙәм генә атҡарып сығарырға өйрәнгәндәр. “Иптәшем һыйыр һауа торған аппарат һатып алды, иртән сәй өҫтәле әҙерләүгә һыйырҙарҙы һауып та индерә”, - ти хужабикә һөйкөмлө генә йылмайып. Күҙ теймәһен, тиҫтә йылдар йәшәп, ир менән ҡатын араһындағы мөхәббәт усағының һүрелмәүенә һоҡланаһың, шундай ғаиләләр күберәк булһын ине, тип теләйһең. “Арыҫлан урта мәктәбендә 6-сы класта уҡығанда уҡ, кәләш итеп алам үҙеңде, тип оялтып бөтә торғайны.


Мәҡәләнең аҙағын гәзиттең 81-се һанында уҡығыҙ. 
0
231


0
Комментарий ҡалдырырға