Мәләүездең һәм Мәләүез районы муниципаль районының ижтимағи-сәйәси гәзите.

Мәләүездең һәм Мәләүез районы муниципаль районының ижтимағи-сәйәси гәзите.

Яңы һан Яҙылырға Шәхси кабинет

Кешелектең аҡыл хазинаһы

Башҡортостандың 100 йыллығына

11.10.2018

11:10

РӘФИЛӘ СИБӘҒӘТУЛЛИНА

Китапһыҙ халыҡ - тарихһыҙ халыҡ, ә тарихын онотҡандарҙың киләсәге өҙөлгән.

Ҡалала тарихи әһәмиәткә эйә урындар күп. Был исемлектә М. Буранғолов исемендәге 1-се һанлы китапхана лайыҡлы урын биләй. Аҡыл хазинаһы тупланған китап Мәккәһе быйыл 65 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Уның беренсе етәксеһе - Валентина Константинова Тараканова. Бина Смоленск урамындағы район балалар китапханаһы һәм мәҙәниәт бүлеге янында урынлаша, төрлө йылдарҙа урындан-урынға күсә. 1970-се йылдарҙа ҡалала күп фатирлы йорттар ҡалҡа, предприятиелар уңышлы эшләй, тап ошо осорҙа Ленин урамы, 150 адресы буйынса яңы бина төҙөлә. Китапхана фонды 28881 экземпляр китап тәшкил итә. Уның белгестәре төрлө йүнәлештә йәштәр араһында әүҙем эш алып бара. Бында кистәрен тематик кисәләр, осрашыу, конкурстар, конференциялар ойошторола. Китапхана халыҡты иң яҡшы хеҙмәтләндереүсе булараҡ БАССР-ҙың мәҙәниәт министрлығы дипломы менән бүләкләнә. 1991 йылға тиклем китапхананың алмаштырғыһыҙ етәксеһе вазифаһын Валентина Константиновна Андреева башҡара. Шул йылдың 1 авгусынан мөдирлек эше Роза Челышеваға тапшырыла.

1992 йылда китапхана өсөн айырыуса иҫтәлекле: хеҙмәткәрҙәр 27371 дана китап фонды туплап, Беренсе май, 10, адресы буйынса төҙөлгән яңы ике ҡатлы бинаға күсә. Бөгөн уның беренсе ҡатында абонемент , икенсеһендә - уҡыу залы урынлашҡан. Ике йыл уҙғас, ҡала советының “Үҙәк ҡала китапханаһына М. Буранғолов исемен биреү тураһында” ҡарары донъя күрә. Халыҡ сәсәне, яҙыусы, фольклорсы 1924-1937 йылдарҙа Мәләүездә “Ялан Йәркәй”, “Шәүрәкәй”, “Ҡара юрға”, “Мөфтөй ҡыҙы Фатима”, “Башҡорт туйы” һәм башҡа танылған әҫәрҙәрен ижад итә. 1998 йыл балалар баҡсаһы, мәғариф учреждениелары, йәмәғәтселекте үҙендә уҙған төрлө сара, осрашыуҙары менән саҡырып торған китапханала башҡорт әҙәбиәте секторы асылыу йылы тип билдәләнә. Ҡала советы ҡарарына ярашлы, унда башҡорт әҙәбиәте эше буйынса штат барлыҡҡа килә һәм шунан бирле был яуаплы, даими эҙләнеү, халыҡ менән аралашыу, уларҙы йыйыу, туплау, асыштар талап иткән бүлекте Рәзилә Ҡотлогилдина етәкләй.

2003 йылда китапхана хеҙмәткәрҙәре күләмле “Башҡортостан Республикаһы тыуған яҡты өйрәнеү эше” республика семинарында ҡатнаша. Ошо уҡ йылда китапхана мөдире вазифаһы булмышын китапхана системаһына арнаған Нәзимә Исхаҡоваға тапшырыла. Бөгөн китапхана тарихына күҙ һалһаң, осрашыуҙа ҡатнашҡан яҙыусы, шағир, шәхестәр менән уҙған саралар исемлеген әллә күпме уҡырға мөмкин. Тағы бер үҙенсәлеген әйтмәй булмай, “Илһам шишмәләре” шиғыр һөйөүселәр клубы менән дә танылыу яуланы китапхана. Башлап ҡәләм тибрәтеүселәр, ижад емешен район, республика кимәленә сығарғандар ҙа күп.


Мәҡәләнең аҙағын гәзиттең 81-се һанында уҡығыҙ.

0
58


0
Комментарий ҡалдырырға