Мәләүездең һәм Мәләүез районы муниципаль районының ижтимағи-сәйәси гәзите.

Мәләүездең һәм Мәләүез районы муниципаль районының ижтимағи-сәйәси гәзите.

Яңы һан Яҙылырға Шәхси кабинет

Тиҙҙән төҙөлөштөң тәүге этабы тамамлана

Башҡортостандың 100 йыллығына

11.10.2018

10:10

ЛЕНА АБДРАХМАНОВА

Реконструкцияның беренсе этабы, йәғни административ-хужалыҡ бинаһын төҙөү тамамланыуға яҡын. Ҡыйығы ябылған, тәҙрәләр ҡуйылған, II ҡатта иҙән йәйелгән, штукатурлау, электр үткәреү эштәре алып барыла. I ҡатта иҙән бетон йәйеүгә әҙерләнгән.

“РТ-ГРУПП” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт етәксеһе Рөстәм Ғәйнетдинов билдәләүенсә, бинаның тәүге ҡатында спортсылар һәм сәләмәт тормош һөйөүселәр өсөн душ, сисенеп-кейенеү, көнкүреш-хужалыҡ бүлмәләре, икенсеһендә комментаторҙар өсөн кабинет, vip-бүлмә урынлашҡан.

Стадион биләмәһен төҙөкләндереү эше киләһе йылда башланасаҡ. Мәғлүм булыуынса, унда футбол, баскетбол, волейбол һәм еңел атлетика менән шөғөлләнеүселәр өсөн шарттар булдырыласаҡ.

0
41


0
Комментарий ҡалдырырға