Мәләүездең һәм Мәләүез районы муниципаль районының ижтимағи-сәйәси гәзите.

Мәләүездең һәм Мәләүез районы муниципаль районының ижтимағи-сәйәси гәзите.

Яңы һан Яҙылырға Шәхси кабинет

Күңелегеҙ матур йыр теләһә

Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

10.10.2018

11:10

ЛЕНА АБДРАХМАНОВА

Көҙгө мәшәҡәттәрҙән арынып, ял иткегеҙ, рәхәтләнеп көлөп, күңел асып, булмышығыҙ менән матур йырға сорналғығыҙ киләме? Улайһа Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәзим Ильясовтың концертына рәхим итегеҙ! Тәбиғәттән бирелгән моңло һәм матур тауышлы йырсы 12 октябрҙә киске 7-лә ҡала мәҙәниәт һарайына өр-яңы концерт менән килә. Республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре шулай уҡ ретро йырҙар бүләк итәсәк.

Концертта Айнур Мансуров, Ильяс Кинйәғолов, Рәфис Ишбаев кеүек йәш йырсылар ҙа сығыш яһаясаҡ. Сәхнәлә яңғыраған нәфис һүҙ, баян моңдары матур йыр теләгән күңелдәргә саф шишмә һыуылай барып етер. Ял концертынан ситтә ҡалмағыҙ!

0
64


0
Комментарий ҡалдырырға