Мәләүездең һәм Мәләүез районы муниципаль районының ижтимағи-сәйәси гәзите.

Мәләүездең һәм Мәләүез районы муниципаль районының ижтимағи-сәйәси гәзите.

Яңы һаны Яҙылырға Шәхси кабинет

Хөрмәтле район-ҡала халҡы!

Район яңылыҡтары

11.10.2018

09:10

Һеҙҙе Башҡортостан Республикаһы дәүләт үҙаллылығы тураһында декларация ҡабул итеүҙең 28 йыллығы менән ҡотлайбыҙ!

Республиканың төп байрамы күп миләтле халыҡты нығыраҡ берләштерә һәм ҡеүәт бирә. Был - илһөйәрҙәр, өлкән быуындың ҡаһармандарса фиҙаҡәрлеге менән ғорурланғандар, элекке һәм бөгөнгө ҡаҙаныштарын ихтирам иткән, өлгәшелгән уңыштарҙы баһалап, киләсәккә ышаныс менән йәшәгәндәрҙең байрамы.

Ошо дәүерҙә мәләүездәр бөтә тармаҡта ла уңышҡа ирешелде. Йыл да социаль объекттар, торлаҡ, юл, газ үткәргестәр, электр селтәрҙәре, инженер коммуникациялар сафҡа индерелә. Иң яҡшы сәнәғәт, ауыл хужалығы предприятиелары, алдынғы хеҙмәтсәндәр, етәкселәр Рәсәй, республика, район наградалырына лайыҡ була.

Мәләүездәр байрамды ижади хеҙмәттә ҡаршылай. Тыуған төйәгебеҙҙең артабанғы сәскә атыуы һәр беребеҙгә бәйле. Дөйөм көс менән генә тормошобоҙҙо яҡшырта алабыҙ. Йылдар буйына тупланған тәжрибә, үҫешкән сәнәғәт, ауыл хужалығы етештереүсәнлеге, һәләтле һәм эшһөйәр халҡы булған районыбыҙ артабан да республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә лайыҡлы өлөш индерер, тип ышанабыҙ. Байрам көнөндә һеҙгә һәм яҡындарығыҙға уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм ер йөҙөндәге бөтә рәхәтлектәрҙе теләйбеҙ!

Район Советы президиумы.

Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов.

0
19


0
Комментарий ҡалдырырға