Мәләүездең һәм Мәләүез районы муниципаль районының ижтимағи-сәйәси гәзите.

Мәләүездең һәм Мәләүез районы муниципаль районының ижтимағи-сәйәси гәзите.

Яңы һаны Яҙылырға Шәхси кабинет

Социаль мәсьәлә

RSS
03.10.2018
Ихтирамға лайыҡ быуын

Өлкәндәр көнөн оло йәштәге һәм инвалид граждандарҙы социаль хеҙмәтләндереү бүлегендә йәшәгәндәр йыл һайын көтөп ала.

27.09.2018
Һайларға аҙ ваҡыт ҡалды

1 октябргә тиклем дәүләт социаль ярҙам сараларына хоҡуғы булған граждандар айлыҡ аҡсалата түләү алырғамы, әллә социаль хеҙмәт йыйылмаһынмы - икеһенең береһен һайларға тейеш.

04.09.2018
Тәүге балаға түләү алаһығыҙмы?

2018 йылдың 1 ғинуарынан “Балалы ғаиләләргә айлыҡ түләү тураһында” Федераль закон үҙ көсөнә инде. 

Уға ярашлы, беренсе бала тыуыу (уллыҡҡа алыу) менән бәйле айлыҡ түләү ҡаралған.

Уны ғаиләнең уртаса йән башына килеме 14247 һумдан артмаһа, быйыл тыуған (балалыҡҡа алынған) Рәсәй Федерацияһы гражданы булған һәр сабый алырға хоҡуҡлы.

Түләүгә хоҡуҡты белер өсөн, ғаилә ағзаларының (әсәй, атай, бала йәки яңғыҙ әсәй һәм бала) мөрәжәғәт иткәнгә тиклем һуңғы 12 календарь айҙағы дөйөм килемен алырға һәм уны ун икегә бүлергә, һуңынан, яңы тыуған беренсе баланы ла индереп, ғаилә ағзалары һанына бүлергә. 

Мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттең 70-се һанында уҡығыҙ.


04.09.2018
Диспансеризация

Халыҡты диспансеризациялау дауам итә

Әлеге ваҡытта 9721 кеше медицина тикшереүенең беренсе этабын тамамлаған. Был - диспансеризация үтергә тейеш 16323 кешенең 59,5 проценты.

Һөҙөмтәлә 602 кешенең I һаулыҡ төркөмөнә ҡарауы асыҡланды, 4224 кеше - II, 4895 кеше III төркөмдә. Тикшереүҙең икенсе этабына 2938 кеше (30,2 процент) йүнәлтелде. Уны 2937 кеше үтте (99,9 процент). Кемдәр әле сәләмәтлеген тикшертмәгән, иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: өлкәндәр поликлиникаһының 211 “а” кабинетына мөрәжәғәт итегеҙ. Үҙегеҙ менән паспорт һәм страховка полисын алығыҙ.



17.08.2018
Балаларға ярҙам итәйек!

1 июлдән 25 августҡа тиклем дауам итәсәк был сара һигеҙенсе йыл рәттән уҙғарыла.

09.08.2018
Рәсәйҙә эшһеҙлек кимәле кәмегән

Рәсми статистика буйынса йыл башынан илдә эшһеҙлек кимәле уҙған йылдың ошо айҙары менән сағыштырғанда, 5,3 проценттан 4,9 процентҡа кәмегән.

27.06.2018
Экскурсия бик оҡшаны

“Гармония” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге район-
ҡаланың инвалидтар ойошмаһы менән берлектә һаулыҡ
мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн төрлө саралар
үткәрә.

21.06.2018
Сара бөтәһенә лә оҡшаны

Үҙәк китапханала асылған “Бөтәһе менән бер тиң” клубында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм уларҙың атай-әсәйҙәре өсөн байрам ойошторолдо.

05.06.2018
Мөлкәт кемгә ҡалыр?

Ғаиләлә яңғыҙ үҫкән бала һәр ваҡыт үҙ туғанының булыуын теләй. Күмәкләп гөрләшеп, ҡусты-һылыуҙарыңа ҡарата яуаплылыҡ тойоп үҫеүгә ни етә? 

21.05.2018
Отпускы миҙгеленә– бурысһыҙ

Май байрамдарынан һуң отпускылар башлана. Күптәр  ялын сит илдә уҙғарыуҙы планлаштыра. Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй федераль суд приставтары хеҙмәте идаралығы сит илгә сығыу тыйылмаһын өсөн бурыслы граждандарға мотлаҡ түләүҙе кәңәш итә. 

07.05.2018
Әсәлек капиталынан айлыҡ түләүҙәргә кем дәғүә итә?

Пенсия фондының төбәк бүлексәһендә килеме түбән булған ғаиләләрҙән Әсәлек капиталынан айлыҡ түләүҙәргә ғариза ҡабул итәләр тип ишеткәйнем. Шул турала тулыраҡ һөйләмәҫһегеҙме? 

07.05.2018
Закон кем өсөн яҙыла һуң?

Таҙалыҡ, матурлыҡ кемгә оҡшамай икән? Йорт тирәләре, урамдар тәртиптә тотолһа күркәм дә, яҡшы ла бит, әммә... Бөгөн күтәрәсәк проблема ҡалаға ҡағылышлы, дөрөҫөрәге, кеше күп йөрөгән ерҙә сауҙа итеү.

10.04.2018
Хәләл аҡ май нисек була?

Һатыуҙа йыш ҡына хәләл аҡ май, көнбағыш майы тигәнде осратырға күрә килә. Был аҙыҡ-түлектәрҙе хәләлгә-харамға бүлеү дөрөҫмө?

13.03.2018
Ҡалала Хакимиәт көндәре дауам итә

Ҡала биләмәһе Хакимиәтенең башлығы Фәнил Исҡужин етәкселегендә эш төркөмө торлаҡ-коммуналь хужалығы предприятиелары, “Водоканал”, “Йылылыҡ селтәрҙәре” йәмғиәттәре коллективтары менән осрашты. 

27.02.2018
Заманса ҡала мөхите

18 мартта иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем 2018 йылда Мәләүез ҡалаһында  төҙөкләндереләсәк йәмәғәт биләмәһен билдәләү буйынса тауыш биреү рейтингыһы уҙғарыла.

27.01.2018
Ҡала халҡы күңелле һәм файҙалы ял итһен өсөн

Гагарин исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркы күңелле тауыштарға күмелде

23.01.2018
Биттәр ал булһын!

 “Заманса ҡала мөхите” өҫтөнлөклө проект сиктәрендә Ленин урамының 150-се йорт алдында төҙөлгән спорт һәм уйын майҙансығында “Уйнарға сыҡ!” исемле ҡышҡы фестиваль уҙҙы.  

23.01.2018
Изгелек эшләгән игелек күргән

“Дебют” клубы киләсәктә хәйриә йәрминкәһен үткәреү урыны буласаҡ.

Акция "Я горжусь тобой, Башкортостан!"