Мәләүездең һәм Мәләүез районы муниципаль районының ижтимағи-сәйәси гәзите.

Мәләүездең һәм Мәләүез районы муниципаль районының ижтимағи-сәйәси гәзите.

Яңы һаны Яҙылырға Шәхси кабинет

«Ауылдың киләсәге бар!»

Йәмғиәт

12.10.2018

09:10

БИКМУХАМЕТОВА ФАНИЯ

 - Ата-бабаларыбыҙҙың төйәгендә төпләнгәнемә һис үкенмәйем, сөнки һәр кемдең үҙенең тыуып үҫкән еренә, халҡына ҡарата илһөйәрлек тойғо тойғоһо булырға тейештер тип уйлайым. Ҡатыным да бында тыуып үҫкән. Улымдың да тап ошо ерҙә ҡалыуы беҙҙе ҡыуандыра.

Беҙҙең ауылға килгәндә, халыҡ бында татыу, берҙәм. Күптәр бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙырға ынтылып тора. Өмәләргә лә дәррәү сығабыҙ.

Замана, әлбиттә, ауыр. Эш юҡлығы эсте бошора, тап шуның өсөн күптәр ситкә китергә мәжбүр. Мәктәп юҡлығы ла бәкәлгә һуға. Эскелек хафаға һала ине, хәҙер ундай күренеш һирәгәйҙе тиһәк тә була. Буйҙаҡлыҡ мәсьәләһе көнүҙәк. Староста булараҡ халыҡ төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итә. Уларҙың барыһын да кәңәшләшеп, бергәләп хәл итергә тырышабыҙ. Бында инде ауыл биләмәһе хакимиәтенең, район етәкселегенең ярҙамы тойола. Төрлө дәүләт программаларында ҡатнашырға тырышабыҙ, сараларҙан ситтә ҡалмайбыҙ. Ауылдың киләсәге бармы? Әлбиттә, бар, сөнки кеше хәҙер аңланы: үҙең тырышһаң матур, заманса итеп тормош көтөп була. Быны һуңғы йылдарҙа ауылдарҙың ыңғай яҡҡа үҙгәреүе, яңы йорттар барлыҡҡа килеүе дәлилләй. Шәриптә лә бер нисә йәш ғаилә төпләнде, өй һалды. Мал ҡарап, баҡса үҫтереп йәшәргә тырышалар. Кескәйҙәрҙең дә булыуы - матур күренеш, балалар баҡсаһы гөрләп тора. Шулай булғас, заман ауыр тип торорға түгел инде, тырышып йәшәргә лә йәшәргә.

«Көнгәк» гәзитенә килгәндә үҙем ауылда иң беренселәрҙән булып яҙылдым. Башҡорттар яҙылмаһа, уҡымаһа - баҫмабыҙҙы кем алдырһын? Тап уның дөйөм тиражы беҙҙең берҙәмлекте, көстө, белемле икәнебеҙҙе күрһәтә лә инде.

0
38


0
Комментарий ҡалдырырға